-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь , 20:09

ТАЛБАЗЫ ГИМНАЗИЯҺЫ УҠЫУСЫЛАРЫ ӘСӘЙҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЯҘА

Әсәй! Ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ – әсәй!

ТАЛБАЗЫ ГИМНАЗИЯҺЫ УҠЫУСЫЛАРЫ ӘСӘЙҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЯҘА
ТАЛБАЗЫ ГИМНАЗИЯҺЫ УҠЫУСЫЛАРЫ ӘСӘЙҘӘРЕ ТУРАҺЫНДА ЯҘА

ӘСӘЙЕМ – МАТУРЫМ

Әсәй! Ер йөҙөндәге иң гүзәл, иң ғәзиз һүҙ – әсәй!
Минең әсәйемдең исеме Айгизә. Исеме есеменә тура килә. Ул бик аҡыллы һәм матур. Әсәйем стоматологияла  администратор булып эшләй.  Ул беҙҙе һәр ваҡыт тәмлекәстәр менән һыйлай. Мин дә әсәйемә өй эштәрендә  ярҙамлашам. Иртән торғас, урынымды йыйыштырам, һауыт-һаба йыуышам. Ял көндәрендә ғаиләбеҙ менән күңелле ял итәбеҙ,бергәләп дәрес әҙерләйбеҙ.
Мин  әсәйемде бик-бик яратам. Ҡәҙерлемә һаулыҡ теләйем, йөҙөнән йылмайыу китмәһен, өйөбөҙҙөң йәме, беҙҙең таянысыбыҙ булып йәшәһен..

ВӘЛИТОВ Айназ,

3-сө синыф уҡыусыһы.

***

МИНЕҢ ӘСӘЙЕМ

Минең әсәйемдең исеме Рима.  Мин уны бик-бик яратам. Ул минең өсөн –бөтә донъя, ер шары. Әсәйем беҙҙе һәр ваҡыт тәмле аштар менән һыйлай, уҡыуыбыҙҙа ярҙам итә. Әлеге ваҡытта ул гимназияла тәрбиәсе булып эшләй.  Мин уға оҡшарға тырышам. Өй эштәрендә булышам: һауыт-һаба йыуам, иҙән һеперәм, үҙемдең  кейемдәремде йыйыштырам.
Әсә көнө – Ер йөҙөндәге иң изге кешеләребеҙгә арналған халыҡ-ара  байрам ул. Байрам менән, әсәйем!

НАГАЕВА Розалина,

3-сө синыф уҡыусыһы

***

ӘСӘЙЕМ

Был донъяла һәр кем өсөн иң ҡәҙерле кеше – әсәй. Әсәйҙән башҡа тормоштоң бер йәме лә юҡ. Ул өйҙ әбулмаһа, өй буп-буш, күңелһеҙ.
Минең әсәйемдең исеме Альбина. Әсәйем ашнаҡсы булып эшләй. Өйҙә беҙгә тәмле аштар бешерә, сәйҙәр яһай. Ул бер ҡасан да эшһеҙ тормай: йә иҙән, йә кер йыуа, йә ҡош-ҡорттарҙы ашата.
Әсәйем мине бик ярата. Мин дә әсәйемә оҡшарға тырышам, уға һәр ваҡыт ярҙам итәм.

Әсәйемә оҙонғүмер, аҡ бәхеттәр теләйем.

ӘЛИМБӘКОВ Рәмис,

3-сө синыф уҡыусыһы.

***


ӘСӘКӘЙЕМ

Минең әсәйем –  Ғәлимова Азалия Фәһим ҡыҙы. Ул 1991 йылдың 11 майында донъяға килгән. Ғаиләлә улар ике ҡыҙ һәм ике малай үҫкәндәр. Ауылдарында ун беренсе синыфты тамамлағас, әсәйем Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға кергән. 2014 йылда уҡыуҙы тамамлап , тәүге хеҙмәт юлын Дәүләкән ҡалаһының телерадиокомпанияһында башлай. Бөгөнгө көндә ул Талбазы ауылында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Мин шул тиклем бәхетлемен, сөнки әсәйем миңә  был донъяла ғүмер биргән. Әсәй эргәлә булһа, шул тиклем рәхәт. Мин уны байрам менән ҡотлайым.

САФИНА Сабина,

4-се синыф уҡыусыһы.

***

МИНЕҢӘСӘЙЕМ

Әсәй – яғымлы һәм йылы һүҙ! Һәр кешегә үҙ әсәһе матур, яғымлы, яҡын. Минең дә әсәйем матур, уңған, тырыш, көслө. Әлеге ваҡытта беҙҙе әсәйем бер үҙе тәрбиәләй, атайым илгә хеҙмәт итә.
Әсә кеше –ул өйҙөң ҡояшы һәм йылыһы. Ул өйҙөң тотҡаһы. Мин әсәйемә өй эштәрендә ярҙам итәм: туҙан һөртәм, этемде һәм бесәйемде ҡарайым. Ә ҡыш көнө ҡар көрәйем.
Әсәйем ҡул эшенә лә оҫта. Ул беҙгә йылы ойоҡбаштар бәйләй, шулай уҡ түшелдеректәр яһай, сигеү сигә. Матур йырлай, оҫта бейей, спорт менән дә дуҫ. Беҙ ҡыш көнө бергә саңғыла йөрөйбөҙ, тауға менеп санала шыуабыҙ. Әсәйем аш-һыу бешерергә ярата. Уның бешергән аштары телеңде йоторлоҡ. Миңә бигерәк тә ҙур бәлеш оҡшай.
Әсәйемә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.

ҠОТЛОЮЛОВ Искәндәр,

 4-се синыф уҡыусыһы.

***

ӘСӘЙЕМ – ДУҪЫМ ДА, КӘҢӘШСЕМ ДӘ

Минең тормошомда иң мөһим кеше – әсәйем. Уның исеме Алина. Ул игелекле,  хәстәрлекле, эшһөйәр, аҡыллы. Һәр көн иртән әсәйем иртәнге аш әҙерләй, шуға күрә мин көндө яҡшы кәйеф менән башлай алам.
Әсәйем минең һәр башланғысымды хуплай. Ул минең дуҫым ғына түгел, ә яҡшы кәңәшсем дә. Әсәйем һәр ваҡыт нисек дөрөҫ эшләргә икәнен белә, уның кәңәштәре миңә дөрөҫ ҡарар һайларға ярҙам итә. Мин уның менән ғорурланам.

НАЗАРОВА Айзилә,

4-се синыф уҡыусыһы.

***

ӘСӘЙЕМ

Әсәй бөтә кешеләр өсөн иң яҡын кеше. Әсәйемдең исеме Альбина. Ул йәш һәм матур. Әсәйем рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Һәр иртә ҡустым Салауат менән мине гимназияға итеп ҡуя. Ә эштән һуң беҙгә дәрес  әҙерләргә ярҙам итә. Әсәйем бик эшһөйәр һәм оҫта, тәмле итеп бешерә. Ул сәйәхәт итергә һәм спорт менән шөғөлләнергә ярата. Йыш ҡына беҙҙе лә үҙе менән ала.
Мин әсәйемде бик яратам. Ул минең яҡын дуҫым, серҙәшем, терәгем. Ул һәр ваҡыт беҙҙең өсөн борсола. Ул йылмайһын, кәйефе күтәренке булһын өсөн  мин сюприздар яһарға яратам.

ЮЛМӨХӘМӘТОВА Әминә,

4-се синыф уҡыусыһы.

***

Фотола - Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы Йәлилов Данис әсәһе Розалия менән.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас