“Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә ойошторолған йыр бәйгеһендә Рәйнә Малыбаева 1-се дәрәжә лауреат, Реналь Амангилдин менән Риана Хәйбуллина 2-се дәрәжә лауреат булғандар.
“Ауыл балалары өсөн бындай еңеүҙәр айырыуса мөһим, сөнки улар үҙ таланттарының төбәк кимәлендә танылыуын, перспективалары булыуын күрә. Беҙҙең гимназияны тамамлаған бер нисә уҡыусы музыка училищеларына уҡырға инде, һәм был беҙҙең эшкә иң яҡшы баһа””, – ти уҡытыусы Фәнилә Нөғәмәнова.
Сығанаҡ: Әбйәлил район хакимиәтенең мәғариф бүлеге.