-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь , 16:34

“Аманат” журналына ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ

Хөрмәтле дуҫтар! 2026 йылдың беренсе яртыһына журналыбыҙға яҙылыу дауам итә. Ә 3 декабрҙән 13-өнә тиклем ташламалы яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителде. Ошо осорҙа  журналыбыҙға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин буласаҡ.

“Аманат” журналына ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ
“Аманат” журналына ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ

Журналға яҙылыусылар  “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашыу хоҡуғын ала. Велосипед, шәкәр мамығы яһағыс, музыкаль колонка, принтерлы фотоаппарат, туңдырма яһағыс, караоке системаһы уйнатасаҡбыҙ! Ҡатнашыу өсөн квитанцияның (абонементтың) фотокүсермәһен  йә электрон яҙылыу чегын журналыбыҙҙың электрон почтаһына (amanat@yandex.ru) йә ВК-лағы төркөмөнә (https://vk.com/amanatrb ) ебәрегеҙ.  Квитанцияларҙы уйнатыу подписка тамамланғас лототрон ярҙамында башҡарылыр.

Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!” акциялары ла дауам итә. Тотош мәктәп менән журналыбыҙға яҙылған осраҡта ул мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ.

Тотош синыф менән яҙылған осраҡта синыфҡа – етәксеһенең исем-шәрифе яҙылған “Маҡтау билдәһе”, етәксеһенә “Рәхмәт кәлимәһе” тапшырыласаҡ. Был грамоталар уҡытыусыларға категорияны күтәреүҙә иҫәпкә алына.

 

“Аманат” журналына ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ
“Аманат” журналына ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ
“Аманат” журналына ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: