“Күсимов-ТВ” мәктәп телевидениеһында ҡатнашыусылар камераны ҡалтыратмайынса дөрөҫ тоторға, композиция, ракурс ҡағиҙәләренә өйрәнде. Дәрестең ғәмәли өлөшөндә улар Әсәләр көнө уңайынан әсәйҙәренә видеоҡотлауҙар төшөрөп ҡараны.
“Хәҙер беҙ видеоны тағы ла сифатлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ итеп эшләй беләбеҙ, төрлө ракурстан төшөрөү буйынса кәңәштәр бигерәк файҙалы булды – был беҙҙең эштәргә шундуҡ динамика өҫтәне”, – тине оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡан уҡыусылар.
Оҫталыҡ дәресе Беренселәр Хәрәкәтенең “Профэкспедиция” проекты сиктәрендә үтте һәм “Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарына яуап бирҙе. Сара йәштәр ялы үҙәге ярҙамы менән ойошторолдо.
Сығанаҡ: Әбйәлил район хакимиәтенең мәғариф бүлеге.