Сара Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Һөйләшеү батырлыҡ, Ватан алдындағы бурыс һәм үҙ илеңә һөйөү тураһында барҙы.
Ҡунаҡтар МХО зонаһында хеҙмәт итеү, яугирҙар иңенә төшкән ауырлыҡтар һәм көндәлек һынауҙар тураһында һөйләне. Тап ошондай шарттарҙа ысын хәрби туғанлыҡ, үҙ-ара ярҙам һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ айырыуса ҡиммәт. Ысын туғанлыҡ ауыр шарттарҙа ярала.
Балалар ҡунаҡтарҙы иғтибар менән тыңланы, хәрби хеҙмәттең нескәлектәре менән ҡыҙыҡһынды һәм һорауҙар бирҙе.
Хәрби хәрәкәттәр ветерандары һалдат хеҙмәте, хәрби бурыстар, физик әҙерлек тураһында һөйләне. Мәктәптә алған белемдәрҙең МХО зонаһында бик кәрәкле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар.
Хәрби хеҙмәткәрҙәр уҡыусыларға ҡорал һәм һаҡланыу саралары өлгөләрен күрһәтте, элемтә саралары менән таныштырҙы. Теләгән һәр кем хәрби экипировканы кейеп ҡарай алды, уларҙың тәғәйенләнеше тураһында һорашып, шулай уҡ ҡунаҡтарҙың һорауҙарына яуап биреп, Рәсәй армияһының ҡоралланыуы тураһында белемдәрен күрһәтте.
Бындай осрашыуҙар батырлыҡ дәрестәре генә түгел, ә быуындарҙың йәнле диалогы, ауыр юл үткән кешенән дөрөҫлөктө ишетеү мөмкинлеген бирә. Беҙ илебеҙ һаҡсылары менән ғорурланабыҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.
Осрашыу аҙағында уҡыусылар ҡунаҡтарға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, һәм иҫтәлеккә күмәкләп фотоға төштөк.
Әлсинә КАМАЛОВА,
"Аманат"тың йәш хәбәрсеһе.