Инша яҙыу сәғәт 10-да башланды, 3 сәғәт 55 минут дауам итә.
Иншаның ҡулай күләме – 350 һүҙ, кәм тигәндә – 250. Изложение яҙыусыларҙың тексы 200 һүҙҙән күберәк булырға тейеш (кәм тигәндә – 150).
Иншала кеҫә телефондары, видеотехника, шпаргалкалар ҡулланыу тыйыла. Орфография һүҙлеге рөхсәт ителә. Изложение яҙыусыларға аңлатмалы һүҙлек тә ҡулланырға ярай.
Инша “зачет” һәм “незачет” системаһы буйынса баһалана.
Насар баһа алған йә етди сәбәп арҡаһында иншаға килә алмаған уҡыусылар 2026 йылдың 4 февралендә йә 8 апрелендә уны ҡабат яҙа ала.
Сығанаҡ: Башинформ.