+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2025, 06:18

"Китап" магазинында көтәбеҙ

5 декабрҙә Өфөлә нәшриәттең «Китап» магазинында Гәзит-журналға яҙылыусылар көнө үтә. Был көндө һәр кемгә ташламалы  хаҡтар буйынса “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарына, шул иҫәптән “Аманат”ҡа яҙылыу  һәм “Изге подписка”акцияһында ҡатнашыу мөмкинлеге асыла.

"Китап" магазинында көтәбеҙ"Китап" магазинында көтәбеҙ
"Китап" магазинында көтәбеҙ

Үҙеңә, атай-әсәйеңә, дуҫтарыңа, ярҙамға мохтаждарға, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә, ветерандарға, ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә Яңы йыл бүләге эшләү мөмкинлеге бар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 3 декабрҙән 10-ына тиклем республикала ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылыу аҙналығы үтә. Был осорҙа хаҡтар түбәнерәк була.

Квитанцияларығыҙҙы ебәреп, отошта ҡатнаша һәм бүләкле була алаһығыҙ.

5 декабрҙә 10 – 17 сәғәттә  Өфөнөң Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан “Китап” магазинына рәхим итегеҙ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас