Колледж Башҡортостанда яралып, инде донъя кимәлендә таныла барған “Башинком” менән хеҙмәттәшлек итә. Был хеҙмәттәшлеккә тиҫтә йыллап булып киткән. “Башинком” үҫемлекселек тармағына кәрәкле биотехнологик препараттар етештереүе менән билдәле.
Әле яңыраҡ “Башинком” ғилми-ҡулланыуға индереү предприятиеһы белгестәре Гүзәлиә Әбйәлилова менән Елена Мокеева агросәнәғәт колледжына килде. Ҡунаҡтар колледж уҡыусыларына “Витаминдар, минералдар һәм биологик әүҙем матдәләргә бай ризыҡ +800%” тигән йыйылмалар бүләк итте. Был йыйылмаларға үҫемлектәр үҫтереү өсөн кәрәкле бөтә нәмә ингән.
“Башинком” менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә колледж студенттары йыл әйләнәһенә үҫемлекселек менән шөғөлләнәсәк, йәғни бинала яһалма яҡтылыҡта үҫемлектәр үҫтерәсәк. Был маҡсатта аудиторияларҙың береһенә 10 стеллаж ҡуйылған. Уларға үҫентеләр ултыртылған кюветтар урынлаштырыласаҡ. Уларҙы студенттар “Башинком”дың биопрепараттарын һәм АС-35 технологияһын ҡулланып үҫтерәсәк, һынауҙар үткәрәсәк.
Эш өсөн өсөн кәрәкле ҡоралдар, ҡорамалдар, тупраҡ, биопрепараттар, ашламалар, орлоҡтар – һәммәһе һатып алынасаҡ. Студенттар микройәшел тәмләткестәр, йәшел тәмләткестәр, йәшелсә һәм сәскә рассадаһы үҫтерәсәк. Эшмәкәрлек “Башинком” белгестәре етәкселегендә һәм күҙәтеүендә үтәсәк. Колледж уҡыусылары витаминдарға, минераль матдәләргә +800% бай уңыш үҫтерәсәк.
Сығанаҡ: “Башинком” ВК сәхифәһе.