Республика Хөкүмәте ойошторған аҙналыҡ барышында беҙгә төрлө илдәрҙең рәсми делегациялары, бизнес берләшмәләре вәкилдәре килде.
Форумда ҡатнашыусылар иҡтисад мәсьәләләренең дәүләт менән эшҡыуарлыҡ бергәләп хәл итә торған өлөштәре буйынса фекер алышты. Ҡатнашыусылар тәжрибә уртаҡлашты, яңы партнерҙар тапты, киләсәккә пландар ҡорҙо.
Кисә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы ҡатнашыусылары Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара кампусында булды. Бында “Кампус – технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереү экосистемаһы сифатында” сессияһы үтте. “Кампус” ЯСЙ-һы директоры Сергей Гладких ҡунаҡтарҙы, шул иҫәптән төрлө төбәктәрҙән килгән студенттарҙы IQ-парк мөмкинлектәре менән таныштырҙы, кампустың үҫеше, яңынан-яңы мәғәнәләр менән тулылана барыуы тураһында һөйләне.
– Беҙ кампусты вуз-ара хеҙмәттәшлек, мәктәп уҡыусылары өсөн профориентация, халыҡ-ара бәйләнештәр, тәжрибәләр мөхите һәм, әлбиттә, бөтәһенән элек, студенттар йорто итеп күрәбеҙ, – тине Сергей Гладких.
Эйе, 37 мең квадрат метрҙы биләгән IQ-паркта тиҫтәләрсә лабораториялар урынлашҡан, ижад итеү, ғилми эшмәкәрлек һәм стартаптарҙы тормошҡа ашырыу өсөн күп һанлы майҙансыҡтар эшләй. Фән менән ҡыҙыҡһынған һәм киләсәген ошо йүнәлештә үҫтерергә теләгән уҡыусылар ҙа бында килеп шөғөлләнә. Кемдәрҙер күрергә тип экскурсияға килә, кемдәрҙер яңы технологияларҙы өйрәткән курстарға яҙыла. Иҡтисад өлкәндәр эше булып күренһә лә, бөгөнгө балалар бик тиҙҙән уның әүҙем ҡулланыусыһы һәм ижадсыһы булып китәсәк.
Сығанаҡ: форумдың сайты.