Был синыфтарҙа уҡыусылар практик күнекмәләр үтә, ауыл хужалығы культураларын үҫтереүҙең заманса технологияларын өйрәнә һәм аграр тармаҡҡа кәрәкле һөнәрҙәр ала.
Агросиныфта уҡыусыларҙы агросәнәғәт өсөн белгестәр әҙерләгән юғары уҡыу йорто, профессиональ әҙерлек йүнәлештәре менән таныша. Ауыл балалары араһында ауылда ҡалырға һәм, ауыл хужалығы өсөн кәрәкле һөнәр алып, тармаҡта эшләргә теләгәндәр әҙ түгел. Агросиныфта улар буласаҡ һөнәрҙәренең мауыҡтырғыс яҡтарын аса, мөмкинлектәр тураһында мәғлүмәт ала.
Агросиныфтар асыу “Аҙыҡ-түлек именлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының “АПК кадрҙары” төбәк проекты сиктәрендә бара.
“Агросиныфтар – киләсәккә аҙым, унда йәш быуын ауыл хужалығын үҫтереү һәм уның сәскә атыуын тәьмин итеү өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙерләнә”, – тиҙәр Көйөргәҙе район хакимиәтендә.
Сығанаҡ: Көйөргәҙе район хакимиәте.
#кадры в_АПК #агротехклассы #АПК-ла кадрҙар #агротехсиныфтар