-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь , 15:24

Яһалма аң кешене алмаштыра алмай, тине Виттория Иҙрисова

Бөгөн, 5 декабрҙә, Халыҡ-ара бизнес аҙналығының “Глобаль мәсьәләләр осоронда хеҙмәттәшлек стратегияһы” тигән пленар ултырышында яһалма аң темаһына ҙур иғтибар бирелде. Ултырышты алып барыусылар араһында Бөтә Рәсәәй тышҡы сауҙа академияһы ректоры Виттория Иҙрисова ла булды.  Унан, нейроселтәрҙәр тәржемәселәрҙе алмаштырмаҫмы икән, тип һоранылар.

Яһалма аң кешене алмаштыра алмай, тине Виттория Иҙрисова
Яһалма аң кешене алмаштыра алмай, тине Виттория Иҙрисова

Ҡыҫҡа яуап: әлбиттә, юҡ. Ғәмәлдә кешенең аралашыуын бер нәмә лә алмаштырмаясаҡ. Йәғни кешеләрҙе бер-береһе менән ҡыйынлыҡһыҙ аралаштыра алған тәржемәселәр булыуы – шәп нәмә. Был ысынлап та мөһим механизм. Кешеләрҙең аралашыуын бер нәмә лә алмаштырмай, хатта кеше сит телде белһә лә алмаштыра алмай. Кеше камил һөйләшмәһә лә, ватып-емереп нимәлер әйтергә тырышһа – был инде контрагенттың һиңә битараф түгеллеген, мәҙәниәтең, хис-тойғоларың уға барыбер түгеллеген күрһәтә”, – тине Иҙрисова.

Ләкин яһалма аңды белем биреү системаһына индерергә кәрәк, тигән фекер менән дә һәр кем килешә, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан, кадрҙарға ихтыяж һаҡланасаҡ, тип иҫәпләй ректор. Бөгөн геосәйәси мәсьәләләргә яуап бирерлек һәм партнерҙар менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерә алырлыҡ кадрҙар кәрәклеген билдәләне В. Иҙрисова.

Сығанаҡ: Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сайты.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас: