-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2025, 12:08

“Аманат” журналына ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө бара

Дуҫтар! 13 декабргә тиклем журналыбыҙға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин икәнен иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Ташламалы яҙылыу ун көнлөгө бара.

Журналға яҙылып, редакция үткәргән “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашырға була.

Велосипед, шәкәр мамығы яһағыс, музыкаль колонка, принтерлы фотоаппарат, туңдырма яһағыс, караоке системаһы уйнатыласаҡ!

Ҡатнашыу өсөн квитанцияның (абонементтың) фотокүсермәһен  йә электрон яҙылыу чегын журналыбыҙҙың электрон почтаһына (amanat@yandex.ru) йә ВК-лағы төркөмөнә (https://vk.com/amanatrb ) ебәрегеҙ. 

Квитанцияларҙы уйнатыу подписка тамамланғас лототрон ярҙамында башҡарыласаҡ.

Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән “Аманат”ҡа!” акциялары ла дауам итә. Тотош мәктәп менән журналыбыҙға яҙылған осраҡта ул мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тапшырыласаҡ һәм мәктәп хаҡында журналда мәҡәлә баҫыласаҡ.

Тотош синыф менән яҙылған синыфҡа – етәксеһенең исем-шәрифе яҙылған “Маҡтау билдәһе”, етәксеһенә “Рәхмәт кәлимәһе” ебәреләсәк. Был грамоталар уҡытыусыларға категорияны күтәреүҙә иҫәпкә алына.

“Аманат” журналына ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө бара
“Аманат” журналына ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө бара
“Аманат” журналына ташламалы хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө бара
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас