Конкурстар, онлайн оҫталыҡ дәрестәре аша һайлап алынған уҡыусыларҙы эксперттар сценарийҙар яҙырға, сараларҙы планлаштырырға һәм ойошторорға өйрәтте.
Командалар ун йүнәлеш буйынса патриотик инициативаларҙы тормошҡа ашырҙы:
1.Быуындар (ғаилә ҡиммәттәре)
2.”Бөтәһенә лә спорт!” акцияһы (сәләмәт тормош рәүеше)
3.Изгелек ҡыл (гражданлыҡ позицияһы, ярҙамсыллыҡ)
4.Тыуған ер киңлектәре (ер, экология тураһында хәстәрлек)
5.Аҡыл проекттары (медиа аша донъяға ҡараш киңлеге)
6.Асыштар (ғилми ҡаҙаныштар)
7.Һәр кем талантлы (мәҙәниәт һәм рухиәт)
8.Тарих (хәтерҙе һаҡлау һәм тапшырыу)
9.Ватан һаҡсылары (Тыуған илгә хеҙмәт)
10.Остаздарым (йәмғиәткә хеҙмәт, педагогика).
“Идеялар йәрминкәһе” үҙәк ваҡиғаға әйләнде. Стендлы күргәҙмә рәүешендә иң яҡшы практикалар күрһәтелде. Мәҫәлән, “Краснокамалар” командаһы тәҡдим иткән “Онлайн-детективтар” интерактив проекты киберхәүефһеҙлеккә өйрәтте.
Программала шулай уҡ төрлө тематик майҙансыҡтар эшләне: остаздар өсөн гранттар тураһында лекция-практикум, интерактив ағартыу блоктары, “Тарих һаҡсылары” тарихи уйыны, Рәсәй Эҙәрмәндәр хәрәкәте лекцияһы, “Проект маркетингы” эш уйыны, патриотик лото, “Һинең менән ғорурланам, Рәсәй!” викторинаһы.
Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылының М.Абдуллин исемендәге 1-се мәктәбенең “Флагман” командаһы проекттың еңеүсеһе тип табылды. Балалар, бөтә тректарҙы ла солғап, ун сара әҙерләгән. Жюри фекеренсә, уларҙың һәр сығышы юғары кимәлдә булды.
Команда ағзалары Беренселәр Хәрәкәтенең иҫтәлекле приздары менән бүләкләнде. Алда уларҙы Башҡортостан йәштәренә патриотик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән яңы проекттар көтә.
Сығанаҡ: “Молодежная газеты” гәзите.
Фотолар: БР Беренселәр хәрәкәтенең матбуғат хеҙмәте.