Ярыш “Рәсәй спорты” дәүләт программаһының “Рәсәй бала бөркөттәре” башланғыс мәктәп уҡыусыларының социаль әүҙемлеген үҫтереү программаһы сиктәрендә үтте.
Турнирҙа Башҡортостандың төрлө райондарынан 10 команда ҡатнашты. 3-4-се синыф уҡыусылары команда һәм шәхси иҫәптә көс һынашты. Рәсәйҙең спорт мастеры Марсель Шәрәфетдинов йәш спортсылар менән бер юлы уйын сеансы үткәрҙе.
Команда иҫәбендә Йәнгел мәктәбе икенсе урынды яуланы. Шәхси иҫәптә Тимур Моталлов (2-се урын) менән Йәсминә Дауытова (3-сө урын) яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.
“Бындай ваҡиғалар балаларҙы артабан үҫешкә дәртләндерә”, – ти команда етәксеһе Лира Камалова.
Балаларҙың турнирҙарҙа ҡатнашыуы “Йәштәр һәм балалар” милли проекты маҡсаттарына яуап бирә.
Сығанаҡ: Әбйәлил район хакимиәтенең мәғариф бүлеге.