

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балдың Ватан Геройҙарын данлаған көндө үтеүен билдәләне.
“Генерал Шайморатовтың яҙмышы иҫ киткес. Башҡортостан, республикабыҙ өсөн ғорурланырлыҡ һәм тиңләшергә тырышырлыҡ геройҙар булыуы ҙур бәхет. Тап ошо маҡсат менән беҙ үҙ ваҡытында «йәш шайморатовсылар» синыфтарын булдырҙыҡ. Улар хәрби тарихты өйрәнергә, республикабыҙҙың һәм ҙур илебеҙҙең ысын патриоттары булырға теләгән балаларҙы берләштерә. Йәш шайморатовсы булыу – ул айырым яуаплылыҡ. Уның исеме һеҙгә терәк буласаҡ һәм бөтә тормошоғоҙ буйлап оҙата барасаҡ. Яҡшы уҡырға, яңы белемдәргә ынтылырға, спорт менән шөғөлләнергә, яңы өҫтәмә белемдәргә эйә булырға һәм, әлбиттә, патриот булырға кәрәк. Был көн һеҙҙең хәтерҙә, ата-әсәгеҙҙең, уҡытыусыларығыҙҙың хәтерендә ҡалыр, тип ышанам. Барығыҙға ла уңыштар, тыныслыҡ, именлек һәм тыуған Башҡортостаныбыҙға сәскә атыу теләйем”, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе 11 уҡыусыға “Йәш шайморатовсы” маҡтау билгеһен тапшырҙы.
Йәш шайморатовсылар Урал Иҙелбаев көйөнә башҡорт вальсын бейене, йәнә Рим Хәсәновтың “Ҡышҡы романс”ына вальста әйләнде.
Сығанаҡ: Башинформ.