+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2025, 10:13

“Матушка-Земля” клибында йыр төрлө телдәрҙә яңғырай

Ер-әсә, һиндә – Аҡ ҡайындарҙың төҫө. Бөйөк Рәсәй һин миңә, Тыуған ер беҙҙең өсөн! Республика Башлығы Радий Хәбиров, #МУЗЫКАВМЕСТЕ  проектының яңы эше –  “Матушка-Земля” йыры видеояҙмаһы менән уртаҡлашып, уның башҡортса яңғыраған юлдарын килтергән.

“Матушка-Земля” клибында йыр төрлө телдәрҙә яңғырай“Матушка-Земля” клибында йыр төрлө телдәрҙә яңғырай
“Матушка-Земля” клибында йыр төрлө телдәрҙә яңғырай

Видеоклипта йыр Волга буйы федераль округындағы ете милләттең телендә яңғырай.

Башҡарыусылар араһында Башҡортостан артистары бар. Улар – республиканың халыҡ артистары  Алёна Завьялова, ZАINETDIN, думбырасы Хәйҙәр Мағаш (Айрат Нәзиров) һәм «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

Клипты төшөрөүҙә округтың төрлө төбәктәренән 400-ләп артист ҡатнашҡан.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас