+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2025, 07:03

Талбазыла Башҡорт теле көнөнә арналған осрашыу булды

14 декабрҙә Ьашҡортостанда Башҡорт теле көнө билдәләнә. Башҡорт теле көнө алдынан Ауырғазы районы тыуған яҡты өйрәнеү музейында йәнле осрашыу  үтте.

Талбазыла Башҡорт теле көнөнә арналған осрашыу булдыТалбазыла Башҡорт теле көнөнә арналған осрашыу булды
Талбазыла Башҡорт теле көнөнә арналған осрашыу булды

Донъяла һәр халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы бар. Ул – тел.

Тел – халыҡтың иң ғәзиз бүләге, йәшәү, аралашыу рәүеше.

Туған тел... Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, “атай” һүҙҙәрен әйтә.

Ошо тел ярҙамында төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша, кешеләр менән аңлаша.

Башҡортостанда 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн 2015 йылдан башлап  Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы  башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә.

Башҡорт теле көнө алдынан Ауырғазы районы тыуған яҡты өйрәнеү музейында йәнле осрашыу  үтте.
Яҡташыбыҙ, Өфө Фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, башҡорт һәм төрки телдәр филологияһы факультеты деканы Үтәев Айнур Фәнис улы туған телебеҙҙең мөһимлеге, матурлығы, кәрәклеге тураһында тағы ла бер тапҡыр иҫебеҙгә төшөрҙө. Башҡорт телен үҫтереү өсөн ниндәй саралар үтеүе һәм киләсәккә пландар менән уртаҡлашты. Уҡыусыларға Башҡортостан тарихынан һорауҙар биреп, дөрөҫ яуап өсөн бүләктәр уйнатты.
Сығыштар Нәфис һүҙ оҫталары ижади берләшмәһе ағзалары Аҙнабаева Әҙилә, Ҡотлоюлов Искәндәр, Вәлитова Нәркәс, Брагина Снежанна һәм "Дуҫлыҡ" ҡурайсылар өлгөлө ансамбленең, Өфө Фән һәм технологиялар университеты Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки телдәр филологияһы факультетының 4-се курс студенты Миләүшә Әбдрәшитованың сығышы менән үрелеп барҙы.
Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фоат Әхмәт улы Ғибәҙуллин башҡорт телен төплө өйрәнеп, рухлы егет-ҡыҙҙар һәм илебеҙгә кәрәкле шәхестәр булып үҫергә тигән теләктәрен еткерҙе.
Түрһәгәҙе ауылынан аҡһаҡал Ҡәнзәфәр Мөғим улы Ғәлиев ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, думбырала көйҙәр уйнап, тарихтарын һөйләп, бай мәғлүмәт бирҙе.
Башҡорт теле көнөнә арналған сара Р. Шәкүр һүҙҙәре һәм М. Сәлимов көйөнә яҙылған "Ерем, илем, телем" йыры менән тамамланды.
Сарала Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 4-се, 6-сы,8-се,10-сы синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Розалиә Әхмәт ҡыҙы ЙӘЛИЛОВА.
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас