-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь , 12:41

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғилми-ғәмәли конференция үткәрә

30 йыл элек, 1995 йылда, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ойошторола.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғилми-ғәмәли конференция үткәрә
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғилми-ғәмәли конференция үткәрә

Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә “Торатау” конгресс-холында “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы: 30 йыллыҡ халыҡ дипломатияһы  – ижтимағи коммуникациялар халыҡ-ара һәм төбәк-ара бәйләнештәр күҙлегенән” ғилми-ғәмәли конференцияһы бара.

Сара милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә, республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәргә терәк-таяныс булыуға хеҙмәт итә.

Тематик майҙансыҡтарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарихында булған мөһим ваҡиғалар, илдә төбәк йәмәғәт ойошмаларының урыны һәм башҡа темалар буйынса фекер алышыуҙар үтә.

Ә йәштәр Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихы буйынса интерактив викторинала үҙ белемдәрен баһалай ала.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас