-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь , 17:19

Башҡортостан Башлығы башҡа төбәктәрҙән килгән башҡорттар менән аралашты

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына бағышланған конференцияның пленар ултырышы алдынан “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге башҡорт тарих-мәҙәни үҙәктәре вәкилдәре менән аралашты.

Башҡортостан Башлығы башҡа төбәктәрҙән килгән башҡорттар менән аралашты
Башҡортостан Башлығы башҡа төбәктәрҙән килгән башҡорттар менән аралашты

Свердловск өлкәһендәге үҙәктең баш белгесе Светлана Ҡолмырҙина өлкәлә 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәүе, үҙәктең башҡорт мәҙәниәте менән таныштырыуы һәм уны пропагандалауы тураһында һөйләне, Башҡортостан Башлығы гранттарын алыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйтте. Был гранттар башҡорт балаларына туған телен өйрәтеү өсөн файҙаланыла.

Ырымбур өлкәһендәге үҙәктең баш белгесе Аурика Ишҡыуатова өлкәлә йәшәгән башҡорттарҙың үҙ тамырҙарына, үҙ мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуы артыуын билдәләне. “Беҙгә башҡортса нәфис әҙәбиәт, шул иҫәптән балалар өсөн китаптар етешмәй, – тине ул. Белеүемсә, туған телдә сыҡҡан баҫма әҙәбиәткә башҡа өлкәләрҙәге коллегаларым да ҡытлыҡ кисерә”.

Ханты-Манси автономиялы округынан башҡорт үҙәге баш белгесе Динә Бүләкова төбәктә башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәмәғәт башланғысында йәкшәмбе мәктәптәре эшләүен әйтте.  Уҡ атыу, бейеү менән ҡыҙыҡһыныусылар йәмғиәттәре бар. Милли кейем тегеү, милли музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә. Киләһе йыл һабантуй үткәрергә йыйыналар.

Радий Хәбиров БР Мәҙәниәт министрлығына Башҡортостан халыҡтары дуҫлығы йорто менән берлектә өлкәләрҙе китаптар менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим итте.

Республика етәксеһе Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатына уҡырға килгән балалар менән аралашты. Улар башҡорт телен, тыуған мәҙәниәтте яҡшыраҡ өйрәнеү өсөн Өфөләге мәктәптәрҙә уҡыуҙы һайлауын белдерҙе.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас