Бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтенең магазинында (Ленина ,26) Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Рәми Ғарипов исемендәге 1 –се Башҡорт республика гимназия – интернаты менән берлектә уникаль ваҡиға ойоштора. Көнө буйы Китап һөйөүселәр проекты сиктәрендә осрашыҙың Музыкаль версияһы барасаҡ.
Унда башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары үҙҙәренең ижады Һәм әҙәби өҫтөнлөктәре менән уртаҡлашасаҡ.
Осрашыуҙа Илшат Абдуллин, Рөстәм Ғизәтуллин, Лиана Хәбибуллина, Bibi Ti, Ринат Зарипов ҡатнашасаҡтар. Сараның модераторы - Ильяс Батыргәрәев. Рәхим итегеҙ!