Башҡортостан Башлығы указы менән 2019 йылдан алып йыл һайын 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Был уңайҙан республикала быйыл да төрлө саралар уҙасаҡ.
МЕГА сауҙа үҙәгендә үтәсәк сараны Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ойоштора. Сара 12 сәғәттә башлана. Унда ҡатнашыусылар өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк: Башҡортостан Республикаһы халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәге оҫталарынан оҫталыҡ дәрестәре, аниматорҙар сығышы, интерактивтар, викториналар һәм уйындар. Теләүселәр Башҡорт дәүләт филармонияһы оҫталары ярҙамында үҙ ҡулдары менән ҡурай эшләй ала.
Сараны Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов алып бара.
Бәләкәстәр өсөн дә ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары “Ямаҡай бәпкә” спектаклен ҡуясаҡ, “Тамыр” вокал ансамбле һәм “Ғаилә” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре концерт күрһәтәсәк.
Сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ “Хазина” этно-төркөмө концерты көтә.
Байрам барышында махсус фотозона эшләйәсәк, һәр кем унда иҫтәлеккә фотоға төшә ала.
Ваҡыты: 14 декабрь, 12–15 сәғәт. Урыны: МЕГА сауҙа үҙәге (Өфө ҡалаһы, Рубежная урамы, 174).
3+
Иллюстрация: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.