-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь , 14:13

14 декабрь – Башҡорт теле көнө һәм Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө

14 декабрь – Башҡорт теле көнө 14 декабрь – Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө Бөгөн – ике байрам: Башҡорт теле көнө һәм мәшһүр мәғрифәтсе шағир Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Республикала ошо уңайҙан байрам саралары бара.

14 декабрь – Башҡорт теле көнө  һәм Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө
14 декабрь – Башҡорт теле көнө һәм Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө

БР Милли китапханаһының Үҫмерҙәр уҡыу үҙәгендәге “Башҡорт теленең тарихы – 1920–1940 йылғы дәреслектәрҙә” тигән китап күргәҙмәһе 30 декабргә тиклем эшләйәсәк.

МЕГА сауҙа үҙәгендә күңелле саралар үтә.

Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры Зөһрә Бураҡаеваның “Аҡмулла” пьесаһы буйынса спектакль күрһәтә.

“Башҡортостан” киностудияһы башҡорт мәҙәниәтенә, тарихына бағышланған онлайн документаль фильмдар тәҡдим итә.

БР Халыҡтар дуҫлығы йорто Башҡорт теленә арналған ҡыҫҡа видеороликтар серияһын башлай.

Республика район һәм ҡалаларында Башҡорт теле көнөнә арналған викториналар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ ижады программалары гөрләп үтә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас