-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь , 19:07

МЕГИ-ҙа Башҡорт теле көнөндә күңелле булды

14 декабрҙә, йылдағыса, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы Башҡорт теле көнө уңайынан байрам ойошторҙо. Ул МЕГА сауҙа үҙәгендә үтте. Башҡорт мәҙәниәте һәм йолалары менән танышырға теләүселәр өсөн бер нисә майҙансыҡ эшләне.

МЕГИ-ҙа Башҡорт теле көнөндә күңелле булды
МЕГИ-ҙа Башҡорт теле көнөндә күңелле булды

Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡорт дәүләт филармонияһы оҫталары ҡул эштәре, музыка ҡоралдары буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Өфөләр туған телдә аралашты һәм күңел асты. Улар өсөн профессиональ артистар һәм йәш таланттар сығыш яһаны.

Байрам Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәләштергән “Ямаҡай бәпкә” спектакле менән асылды. HAZINA этнотөркөмө, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары Әлиә Исҡужина һәм Әлфиә Ғәлләмова, М. Кәрим исемендәге 158-се мәктәптең “Дуҫлыҡ” өлгөлө бейеү ансамбле сығыш яһаны.

Тамашасыларға айырыуса “Ғаилә” башҡорт балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре сығышы оҡшаны – бәләкәстәр бейене, шиғыр һөйләне.

Актер Шәһит Хамматов менән тележурналист Ләйсән Мәзитова интерактив уйындар, флешмобтар уҙғарҙы.

“Башҡорт теле көнө – республика халҡы өсөн мөһим көндәрҙең береһе. Уның маҡсаты – туған телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү. Тел – халҡыбыҙҙың күңел көҙгөһө. Беҙ үҙ эшмәкәрлегебеҙ ярҙамында телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға тырышабыҙ”, – ти Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.

Текст һәм фотолар: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһының матбуғат хеҙмәте.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас