-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь , 15:46

Яңы Тәтешле мәктәбендә удмуртса уҡыйҙар

Башҡортостанда нисә удмурт мәктәбе бар, беләһегеҙме? 18 икән. Уларҙа айырым дәрестәр удмурт телендә үтә.  Был  мәктәптәрҙең 6-һы – Тәтешле районында. Яңы Тәтешле ауылындағы полилингваль мәктәп – шуларҙың береһе.

Яңы Тәтешле мәктәбендә удмуртса уҡыйҙар
Яңы Тәтешле мәктәбендә удмуртса уҡыйҙар

Мәктәп быйыл 1 сентябрҙә асылған. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешлегә  эш сәфәре менән барғанда яңы мәктәпте инеп күреп сыҡҡан.

“Йәштәр һәм балалар” милли проектының федераль программаһы сиктәрендә яңыртылған һәм йыһазландырылған мәктәп бик күркәм төҫ алған.

Радий Хәбировҡа мәктәп тураһында директор Дмитрий Афризонов һөйләгән. Мәктәптә 116 бала уҡый. Балаларҙың формалары удмурт орнаменты менән биҙәлгән. Дәрестәр бында рус һәм удмурт телдәрендә үтә.

Сығанаҡ: Башинформ.

Яңы Тәтешле мәктәбендә удмуртса уҡыйҙар
Яңы Тәтешле мәктәбендә удмуртса уҡыйҙар
Яңы Тәтешле мәктәбендә удмуртса уҡыйҙар
Яңы Тәтешле мәктәбендә удмуртса уҡыйҙар
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас