Тағы ла 46 мәктәптә бөтәһе 133 синыфта дәрестәр туҡтатылған, 12 балалар баҡсаһындағы 15 төркөм шулай уҡ ваҡытлыса ябылған.
Быйыл беҙҙә гриптың A(H3N2) төрө ҡотора, уны гонконг грибы тип тә атайҙар.
Ауырыу ҡаты үтә. Тиҙ арала хәл ауырлаша. Температура 40 градусҡа етә, уны төшөрөүе лә еңел түгел, тиҙәр. Тән ҡыйралып барғандай тойола, һыҙландыра, баш ауырта. Ҡайһы берәүҙәр, күңеле болғанып, ҡоҫа башлай. Танау тона, йүткертә.
Сығанаҡ: Башинформ.