Комиссия дәғүәселәрҙең 2023 һәм 2024 йылдарҙа сыҡҡан эштәрен ҡараны. Йәшерен тауыш биреү юлы менән өс еңеүсе һайланды. Бына улар:
ТАЙЫПОВ Дамир Рәфис улы – “Вокал сәнғәте өлкәһендә юғары профессиональ ҡаҙаныштары һәм башҡорт музыкаһын пропагандалаған өсөн";
МУСИНА Заһиҙә Хәкимйән ҡыҙы һәм УРМАНШИНА Рәзинә Ғилман ҡыҙы – “Кемел Тоҡаевтың “Серле эҙ” тигән китабын әҙәби тәржемәләү һәм хәҙерге заман милли прозаһы үҫешенә индергән өлөш өсөн”;
АРАЛБАЕВ Хәбир Фәттәх улы – “Башҡорт халыҡ сәхнә бейеүе өлкәһендә солист сифатында “Өс туған” хореографик картинаһындағы эше һәм Башҡортостан Республикаһының милли мираҫы булған башҡорт хореография сәнғәтен таратҡан өсөн”.
Еңеүселәрҙе бүләкләү Башҡортостан Конституцияһы көнөндә үтәсәк.
Фото: БР Милли сәйәсәт министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Сығанаҡ: “Республика Башкортостан” гәзите.