+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2025, 08:04

Өфөлә БДБ дәүләттәренең балалар инклюзив спорты Спартакиадаһы бара

Өфөлә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында БДБ дәүләттәренең I Ҡышҡы спартакиадаһы бара.

Өфөлә БДБ дәүләттәренең балалар инклюзив спорты Спартакиадаһы бараӨфөлә БДБ дәүләттәренең балалар инклюзив спорты Спартакиадаһы бара
Өфөлә БДБ дәүләттәренең балалар инклюзив спорты Спартакиадаһы бара

Унда Рәсәй, Беларусь, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан спортсылары ҡатнаша.

100-ҙән ашыу бала һәм үҫмер спорттың өс төрөндә – аяҡ-ҡулға зәғифтәр спортында, һаңғырауҙар спортында һәм һуҡырҙар спортында – көс һынаша.

Ярыштар биш дисциплинала үтә: саңғы, тау саңғыһы, сноуборд, кёрлинг һәм шахмат.

Ярыштар кисә башланды, 19 декабрҙә 17 сәғәттә Спартакиаданы ябыу тантанаһы була.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас