Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҫмерҙәр менән аралашҡан.
“Аҡыллы, талантлы балалар. Улар менән бер телдә аралашыуыбыҙ мөһим. Уларға нимә яҡшы, нимә насар икәнен аңлатып тораһы юҡ. Улар – илебеҙҙе яратҡан, тарихты белгән, геройҙарҙы хөрмәт иткән ысын патриоттар”, – тип яҙа Радий Хәбиров был осрашыу тураһында социаль селтәрҙәрҙә.
Сығанаҡ: Радий Хәбировтың телеграм-каналы.