-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь , 19:07

БАШҠОРТОСТАН БАЛАЛАРЫ КРЕМЛЬ ШЫРШЫҺЫНА БАРАСАҠ

Башҡортостандан 120 бала Мәскәүгә Кремль шыршыһына йыйына. Шыршы байрамы  24–27 декабрҙә Дәүләт Кремль һарайында үтә. Делегацияны өлкәндәрҙән 19 кеше оҙатып барасаҡ.

БАШҠОРТОСТАН БАЛАЛАРЫ КРЕМЛЬ ШЫРШЫҺЫНА БАРАСАҠ
БАШҠОРТОСТАН БАЛАЛАРЫ КРЕМЛЬ ШЫРШЫҺЫНА БАРАСАҠ

120 баланың күбеһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары.

Кремль һарайының бәләкәй ҡунаҡтары өсөн әҙерләнгән программа өс өлөштән торасаҡ:

Күңел асыу өлөшө

Йәнһүрәт

“Заветные куранты” тигән өр-яңы спектакль.

***

Шул уҡ көндәрҙә тағы 20 бала Түбәнге Новгородҡа Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле шыршыһына юлланасаҡ.

***

Кремлдәге шыршы байрамы тәүге тапҡыр 1937 йылда үткән. Артабан матур йолаға әйләнгән һәм меңәрләгән балаға онотолмаҫ байрам хәтирәләре бүләк иткән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас