0 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь , 21:30

ЭМИРҘЕҢ ХЫЯЛЫ ТОРМОШҠА АШҠАН

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының 5-се синыф уҡыусыһы Эмир Билалов “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” программаһы редакцияһына видеомөрәжәғәт ебәргән.

ЭМИРҘЕҢ ХЫЯЛЫ ТОРМОШҠА АШҠАН
ЭМИРҘЕҢ ХЫЯЛЫ ТОРМОШҠА АШҠАН

Мин “Теләктәр шыршыһы”на яҙайым тигәйнем, тик өлгөрмәнем. Шуға, Владимир Владимирович Путинға тура мөрәжәғәт итеп, бүләккә ҡыш балыҡ тотоу өсөн боҙ бырауы менән спиннинг һорарға булдым. Ғәҙәттә мин бының менән Белорет районы Сермән ауылында шөғөлләнәм, ә атайым менән Әбйәлил районы Ташбулат ауылында балыҡ тотабыҙ”, – тип һөйләй Эмир.

Малайҙың мөрәжәғәтенә Башҡортостандағы Халыҡ фронты вәкилдәре иғтибар иткән. Улар Эмирҙең хыялын тормошҡа ашырған: уға боҙ бырауы менән спиннинг бүләк иткән.

Хәҙер бәләкәй балыҡсының, боҙ өҫтөнә сығып, бүләк ҡорамалдарҙы һынау мөмкинлеге бар.

Эмир музыкаға һәләтле балалар уҡый торған Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының валторна класында белем ала, күп уҡый, тәртиплелеге, төплөлөгө, белемлелеге менән айырылып тора.

Башинформ таҫмаһынан.

ЭМИРҘЕҢ ХЫЯЛЫ ТОРМОШҠА АШҠАН
ЭМИРҘЕҢ ХЫЯЛЫ ТОРМОШҠА АШҠАН
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас