-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь , 11:49

Владимир Соловьев – Башҡортостан етәкселеге менән матбуғат мөнәсәбәттәре хаҡында

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев журналистика өлкәһендә Башҡортостан Башлығы премияһына конкурс тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашҡан. Һүҙ “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсы тураһында бара.

Владимир Соловьев – Башҡортостан етәкселеге менән матбуғат мөнәсәбәттәре хаҡында
Владимир Соловьев – Башҡортостан етәкселеге менән матбуғат мөнәсәбәттәре хаҡында

Владимир Соловьев “Башинформ”ға былай тигән:

"Өфөгә йыш киләм, Радий Фәрит улы Хәбиров был премияны булдырыу һәм уның номинациялары тураһында иғлан иткән мәлдә лә бында инем.

Күптән түгел мин Өфөлә Башҡортостан Журналистар союзы съезында ҡатнаштым, унда республика Башлығы ла килгәйне. Сығыш яһағанда Радий Фәрит улына киң мәғлүмәт сараларына, журналистарға дөрөҫ мөнәсәбәте өсөн журналист йәмәғәтселеге исеменән ҙур рәхмәт әйттем. Сөнки республика етәкселеге менән киң  мәғлүмәт саралары араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр буйынса Башҡортостан бөтә илдә күп йәһәттән алда бара. Баҫма киң  мәғлүмәт саралары күп, өлкәндәр өсөн генә түгел, балалар һәм йәштәр өсөн дә. Телеканалдар эшләй, журналистар бик талантлы, барыһы ла фронтҡа әүҙем йөрөй, бик күп ҡыҙыҡлы репортаждар яһай,  конкурстарҙа ҡатнаша. Журналистар союзы бүлексәһе һәр ваҡыт иң яҡшы егерме араһында — бының менән ғорурланырға мөмкин. Башҡортостан Журналистар союзы съезында тәүләп туғыҙ хәрби комиссарҙар танытмаһы тапшырылды. Бәлки, был башланғыс ил буйлап таралыр. Һәм, әлбиттә, „Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ " премияһы журналистар берләшмәһенең үҙен нисек күрһәтеүен һәм уға республика етәкселегенең мөнәсәбәтен дәлилләй”.

2025 йылғы “Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ" премияһын тапшырғанда Радий Хәбиров конкурстың журналистарҙы яңы бейеклектәргә дәртләндерер өсөн булдырылыуын билдәләгәйне.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хеҙмәткәрҙәре араһында лауреаттар байтаҡ булған. “Дөрөҫлөк” номинацияһында лауреаттарҙың береһе –  БСТ-ла сыҡҡан “Честно говоря” проектының авторы һәм алып барыусыһы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов. “Уфимская неделя” аҙналығының баш мөхәррире Станислав Шахов та ошо уҡ номинацияла билдәләнгән.

“Яуаплылыҡ” номинацияһында “Башинформ” агентлығының махсус хәбәрсеһе Ксения Калинина лауреатлыҡҡа өлгәшкән. “Общественная электронная газета” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Снежана Латипова “Ҡаһарманлыҡ” номинацияһында лауреат булған.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас