Паша тигән яҡташыбыҙ – ул Павел Зарубин, Владимир Путиндың шәхси хәбәрсеһе. Екатерина Березовская менән икәүләп улар “Тура бәйләнеш”те алып барҙы.
Павел Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән. 44 йәштә. Бәләкәйҙән журналист булырға хыяллана. Мәктәптә уҡығанда уҡ “Белорецкий рабочий” гәзитенең штаттан тыш хәбәрсеһы булып китә. Белореттың 1-се мәктәбен тамамлағас, Екатеринбург дәүләт университетының журналистика факультетына инә.
Уҡыуҙы тамамлағас, бер нисә йыл Екатеринбургтың “4 канал” телекомпанияһында эшләй. 2002 йылда “ТЭФИ-Төбәк” телевизион наградаһын яулай.
2001 йылда Павел ВГТРК телерадиокомпанияһына эшкә саҡырыла. Ә 2005 йылдан Президент пулына инә. “Россия-1” телеканалында сәйәси күҙәтеүсе булып эшләй.
2019 йылда Павел Зарубинды Рәсәй Президентының тура бәйләнешен алып барырға саҡыралар.
Павел Президент Владимир Путиндың шәхси хәбәрсеһе булып китә, ил етәксеһенең сәфәрҙәрендә уның менән бергә йөрөй һәм “Мәскәү. Кремль. Путин” программаһында Президент эшмәкәрлеген яҡтырта.
Һүрәттә: Павел Зарубин Тура бәйләнештә.
Фото: "Россия-1" телеканалында барған Тура бәйләнештән скриншот.