-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь , 17:02

Байрам һәм каникул күңелле, фәһемле үтер

Бөгөн, дүшәмбе, мәктәптәрҙә Яңы йыл иртәлектәре һәм байрам саралары башланды. Яңы йыл алдынан һәм каникул ваҡытында балаларҙы тағы нимәләр көтә?

Байрам һәм каникул күңелле, фәһемле үтер
Байрам һәм каникул күңелле, фәһемле үтер

Муниципалитеттарҙа уҡыу алдынғыһы, олимпиада йә спорт ярышы еңеүсеһе, ижади фестивалдәр ҡатнашыусыһы булған уҡыусылар, шулай уҡ сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар, МХО ҡатнашыусылары балалар өсөн Яңы йыл елкалары үтәсәк.

25 декабрҙә Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында Республика Яңы йыл елкаһы була.

Ҡышҡы каникулда “Бер халыҡ – бер ил” тигән дөйөм тема аҫтында балалар өсөн төрлө саралар, викториналар, конкурстар, флешмобтар, күргәҙмәләр, квестар, интерактив тамашалар уҙғарыла.

29 декабрҙә “Ғаилә традициялары: быуындан быуынға” байрамы үтә. Унда төрлө акциялар, бүләктәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ижади күнекмәләр үткәреү ҡаралған.

30 декабрҙә “Бөтә Рәсәй балалар Ҡыш бабайы” Бөтә Рәсәй акцияһы башлана. Уны Беренселәр Хәрәкәте ойоштора. Акцияла ҡатнашҡан балалар социаль әһәмиәтле һөнәрҙәр менән таныша, байрам ваҡытында ла эш өҫтөндә булған ағайҙар һәм апайҙарҙы ҡотларға бара, уларҙың хеҙмәте халыҡ өсөн ни тиклем әһәмиәтле булыуын аңларға һәм баһаларға өйрәнә. Акция 14 ғинуарға тиклем дауам итә.

2 ғинуарҙа “Бергәләп ярҙам итәйек” ирекмәнлек сараһы үтә.

3–4 ғинуар –  “Бер ил – бер традициялар”.

5–6 ғинуар – “Сәйәхәт ит! Күреп бел! Ғорурлан!” сараһы сиктәрендә балаларға республика буйлап тарихи урындарға экскурсиялар үткәрелә.

Яңы йыл каникулы осоронда Яңы йыл ғаилә уйындары–2026 ойоштороласаҡ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас