+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2025, 11:25

Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек

,,Аманат,, журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин сығышында барыһына ла уңыштар теләне, бүләктәр тапшырҙы һәм ,,Йәш хәбәрсе,, кенәгәһен журналыбыҙҙың актив яҙышҡан хәбәрселәренә - Урал Хәлитов, Самир Латипов һәм Әлсинә Камаловаға тапшырҙы.

Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнекИжад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек

Бөгөн Башҡортостан республикаһының Яҙыусылар союзы идаралығында ,, Аманат,, журналының проза өлкәһендә ижад лабораторияһы һаналған ,,Ижад ҡомары,, сәсмә әҫәрҙәр бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек.
Бына улар:Элина Түләкова - Күмертау ҡалаһының Мортаза Рәхимов исемендәге 3 –сҡ Башҡорт республика гимназияһы-интернаты уҡыусыһы
Нәргизә Үҙәнбаева - Баймаҡ районы Ярат урта мәктәбе уҡыусыһы
Урал Хәлитов - Өфө районы Миловка мәктәбе уҡыусыһы
Илзирә Вәлиева - Белорет медицина колледжы студенты
Азат Камалов - Өфө ҡалаһының 161-сы лицейы уҡыусыһы
Бәхтейәр Рәхматуллин - Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы
Дим Нәбиуллин - Силәбе өлкәһе Сосновка районының Сиреүсе мәктәбе уҡыусыһы.
Рания Ҡыуандыҡова- Бөрйән районы Байназар мәктәбе уҡыусыһы
Самир Латыпов- Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы
Марина Сәлимова- Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй урта мәктәбе уҡыусыһы.

Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов үҙенең беренсе әҫәрҙәренең тап ,,Аманат,, журналында сығыуын һәм журналдың баш мөхәррире Венер Йәнбәков ағайҙың үҙе Белорет районына килеп, бала кешегә ҡанат ҡуйып, кәңәштәрен биреп ебәреүе хаҡында хәтерләне.
Шағир Алмас Шаммасовтың да бала саҡ ижады тап беҙҙең ,, Аманат,, журналы менән бәйле икән. Ул үҙенең сығышында ҡасандыр уның күңелендә ижадҡа һөйөү уятып, яҙған шиғырҙарын баҫтырып, "Ҡояш" тигән йәйге лагерь булдырып шунда ижади балаларға кәңәштәр биреп тороусы яҙыусы ағай-апайҙарға рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ, журналдың бөгөнгөһөнә лә күҙ йүгертте һәм йәш ижадсылар килеүе журналда балалар ижадын үҫтерергә ҡоролған мөхит менән бәйле булыуын әйтте. 
Яңы ғына Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы алыусы прозаик Заһиҙа Мусина ла ҡәләмен тап балалар журналында нығытыуын белдерҙе.
,, Аманат,, журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин сығышында барыһына ла уңыштар теләне, бүләктәр тапшырҙы һәм ,,Йәш хәбәрсе,, кенәгәһен журналыбыҙҙың актив яҙышҡан хәбәрселәренә - Урал Хәлитов, Самир Латипов һәм Әлсинә Камаловаға тапшырҙы.

,,Ижад ҡомары,, еңеүселәренә яҙыусы, Салауат Юлаев республика Дәүләт премияһы һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты , прозаик һәм драматург Айгиз Баймөхәмәтов һәм Яҙыусылар союзы идаралғының проза секцияһы рәйесе Миләүшә Ҡаһарманова китаптарын бүләк иттеләр.

Яҙыусылар Союзы бинаһында һуңғы йылдарҙа капиталь ремонт эшләнде һәм унда башҡорт әҙәбиәтенең тарихын һаҡлаған фотолар һәм экспонаттар күргәҙмәһе эшләп килә. Уҡыусылар өсөн генә түгел, республикабыҙҙың әҙәбите менән ҡыҙыҡһынған ололар өсөн дә бик әһәмиәтле осрашыу булды. Айгиз Гиззәт улына беҙҙең журнал менән берлектә балалар ижадына тамыр биреүсе ижади осрыуҙы ойоторошҡаны өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Ижад бәйгеһенең еңеүселәрен бүләкләнек
Автор:Зиля Галлямова
Читайте нас