+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
23 Декабря 2025, 06:59

2026 йылда вуздарҙа түләүле урындар кәметеләсәк

Киләһе йылда юғары уҡыу йорттарында түләүле урындарҙы 13 процентҡа ҡыҫҡарталар. Ил буйынса яҡынса 45 мең урын юҡҡа сығасаҡ.

2026 йылда вуздарҙа түләүле урындар кәметеләсәк2026 йылда вуздарҙа түләүле урындар кәметеләсәк
2026 йылда вуздарҙа түләүле урындар кәметеләсәк

Был турала Рәсәй Фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков һөйләгән. Юғары белем биреүҙең 40-лаған – башлыса иҡтисад, менеджмент, дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ, юриспруденция, реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр – йүнәлешендә студенттарҙы ҡабул итеү ҡыҫҡартыла.

"Беҙ был йүнәлештәргә ҡабул итеүҙең артыҡ күп булыуын күрҙек, хеҙмәт баҙарына иһә ул тиклем күп белгес кәрәкмәй. Һәм был – беҙҙең мәктәп уҡыусыларына киләсәккә һөнәрҙәрҙе дөрөҫ һайларға тигән ишара ул. Һуңғы 3 йылда инженер-техник һөнәрҙәргә һәм йүнәлештәргә ҡыҙыҡһыныу арта. Мәҫәлән, быйыл юғары уҡыу йорттарында „машиналар эшләү“ программаһы ҙур популярлыҡ менән файҙалана — күп кенә юғары уҡыу йорттары үҙендә ошо йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләргә теләй. Дөйөм алғанда, түләүле уҡытыуҙы көйләү хеҙмәт баҙарының ихтыяждарын мөмкин тиклем ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән», – тигән Фальков.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас