Бөгөн миндә ғәҙәти булмаған ҡунаҡтар. Салауат районынан Максим Шаһиморатовты беләһегеҙ инде. Бер йыл элек ул миңә Тура бәйләнеш аша мөрәжәғәт итте – минең кабинетымда булырға теләүен әйтте. Шул саҡта беҙ уның менән беренсе тапҡыр осраштыҡ һәм бер йылдан тағы килеүе тураһында килештек.
Максимдың яҙмышы еңел түгел. Әммә һаулығы менән бәйле ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, ул изге күңелле, алсаҡ малай булып ҡала. Һуңғы йылда ул ике тапҡыр беҙҙең «Салют» реабилитация үҙәгендә булды. Һәм, әлбиттә, беҙ уға артабан да ярҙам итәсәкбеҙ.
Максим һүрәт төшөрөргә ярата һәм миңә үҙенең эшен бүләк итте. Уның һәм бөгөнгө тағы бер ҡунағымдың, Октябрьскийҙан 4-се синыф уҡыусыһы Әминә Шәнгәрәеваның картинаһын мотлаҡ стенаға элеп ҡуясаҡмын.
Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл Әминә лә Тура бәйләнешкә мөрәжәғәт яҙған – сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы миңә Республика көнөнә эшләгән һүрәтн ебәрергә теләгән. Уны бөгөн эш кабинетыма саҡырыуыма шатмын.
Балаларға уңыштар, сәләмәтлек! Ә өлкәндәрҙең барыһынан да шуны үтенгем килә: балаларға яҡшылыҡ бүләк итегеҙ. Уларҙың бәхетле йылмайыуы өсөн йәшәйбеҙ ҙә инде”.