-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь , 11:42

Салауат театры балаларға әкиәт бүләк иткән

Салауат башҡорт дәүләт театры бәләкәй тамашасыларға “Ҡар батшабикәһе” әкиәтен бүләк иткән. Тамаша “Театр – инвалид балаларға” тигән хәйриә акцияһының бер өлөшө булып тора. Был сараны театр 2008 йылдан бирле йыл да үткәрә.

Салауат театры балаларға әкиәт бүләк иткән
Салауат театры балаларға әкиәт бүләк иткән

– Беҙ финалда Ҡар батшабикәһен изге күңелле, йомшаҡ иттек. Быны йылылыҡ һәм хәстәрлелек солғанышында иң ҡырыҫ холоҡтоң да үҙгәрә алыуын күрһәтер өсөн эшләнек", – ти әкиәттең режиссеры Рафаэль Ғәйнуллин.

Тамаша барышында залдағы балалар ҙа әкиәт эсенә инеп киткәндәй булған: артистар уларға уйын уйнатҡан, бейергә төшөргән. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа ҡушылған тамашаға. Балаларға сәләмәтлек, шатлыҡтар, изгелек, уҡыуҙа уңыштар теләгәндәр.

Сығанаҡ: Башинформ.

Салауат театры балаларға әкиәт бүләк иткән
Салауат театры балаларға әкиәт бүләк иткән
Салауат театры балаларға әкиәт бүләк иткән
Салауат театры балаларға әкиәт бүләк иткән
Салауат театры балаларға әкиәт бүләк иткән
Салауат театры балаларға әкиәт бүләк иткән
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас