Аделина махсус хәрби операция зонаһында яу яландарында алышҡан һалдаттарға ярҙамы менән билдәлелек алды. Дөрөҫ, ҡыҙыҡай изгелекте дан өсөн ҡылмай, ә йөрәге ҡушҡанға эшләй.
Ауыл халҡы МХО яугирҙәренә ярҙамға күптән ҡушылды. Гуманитар ярҙам ылауҙарын даими оҙатып торалар. Аделина ярҙам йыйған һайын 5-әр мең һум аҡса бирә, йә футболка, носки, ҡуйыртылған һөт, консервалар, шырпы кеүек кәрәк-яраҡтарҙы үҙе һатып алып, ярҙам йыйыусыларға алып барып тапшыра. Маскировка селтәре үреүселәргә лә ярҙамлаша ул.
Бәләкәй ҡыҙ ҡайҙан аҡса аламы? Баҡһаң, уның атаһы менән әсәһе ваҡытлыса алыҫта эшләп йөрөй. Улар ҡыҙҙарына карта асҡан. Аделина иһә аҡсаны файҙаһыҙ тотонмай, кәрәкмәгән шаҡы-шоҡоға түкмәй. Ул яугирҙәргә ярҙам итә.
Аделина олатаһы Радик Үтәғолов һәм өләсәһе Тәнзилә инәй менән йәшәй. Тырышып уҡый. Ауылдың мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Тәңкәләр" бейеү төркөмөнә йөрөй.