

Акцияла район үҙәгенең 3-сө мәктәбе, Курорт, Аҡкүл, Үзбәк ауылдарының мәктәптәре ҡатнашҡан. Күмәк тырышлыҡ менән балалар 3 тоннанан ашыу макулатура йыйып тапшырған.
«"БумБатлда" ҡатнашыу – ул ярыш ҡына түгел, ә экологик яуаплылыҡтың мөһим ғәмәли дәресе. Сара ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм йәш быуын вәкилдәре араһында икенсел сеймал ҡулланыуҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Балалар үҙ тәжрибәһендә эшкәртелгән ҡағыҙҙан күпме файҙалы әйбер эшләргә мөмкинлеген күрҙе һәм уларҙың эш-ғәмәле урмандарҙы һаҡлауға туранан-тура йоғонто яһауын аңланы», – ти Ғафури район хакимиәтенең баш белгес-экологы Гөлназ Виноградова.
Сығанаҡ: Ғафури район хакимиәте.