+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2025, 06:25

ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН

Туймазы районы Ҡандра ауылының Ә.Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктәбе уҡыусылары шәп фатирник үткәргән. Бик күңелле булды, тиҙәр.

ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘНҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН
ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН

Музыканттар дәртле көйҙәрен уйнап торған, уҡытыусылар менән уҡыусылар оҫталыҡ дәрестәре үткәргән. Окоп шәмдәре яһарға, маскировка селтәрҙәре үрергә өйрәнгәндәр, туҡмас киҫкәндәр, сөхәри киптергәндәр. Быларҙың барыһын да алғы һыҙыҡта ҡуш ҡуллап көтөп алалар.

Посылкаларға һалып ебәрер өсөн аҡ ҡағыҙға өмөт, ышаныс һүҙҙәрен, рәхмәттәрен теҙеп яҙғандар.

Гуманитар ярҙам туплау эше лә Ҡандра мәктәбендә әүҙем үтә. Оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена әйберҙәре бик йылдам йыйыла.

"Беҙҙекеләргә ярҙам итәйек" хәйриә фатирнигын Беренселәр хәрәкәтенең башланғыс бүлексәһе ойошторған. Йәш ҡандраларҙың башланғысы "Йәштәр һәм балалар" милли проекты маҡсаттарына тап килә. Ул үҫеп килгән быуында патриотизм, илдең гражданы була белеү, ил өсөн яуаплылыҡ тәрбиәләй.

«Бындай башланғыстар әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтеп кенә ҡалмай,  балаларҙа ла бурыс, шәфҡәтлелек һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй, дөйөм тырышлыҡтарҙың көсөн күрһәтә», — ти Туймазы районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Чернова.

Сығанаҡ: Туймазы районы хакимиәте.

 

#молодёжь_и_дети #йәштәр һәм балалар  

ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН
ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН
ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН
ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН
ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН
ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН
ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН
ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН
ҠАНДРАЛА ШӘП ФАТИРНИК ҮТКӘН
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас