+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2025, 07:39

Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды

Кисә 24 декабрь «БашИнком» ғилми-ғәмәлгә индереү предприятиеһының Йәшел клиникаһында күңелле булды. III «Тере Ер» Республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалдыЙәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды
Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды

Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән ата-әсәләре һәм биология уҡытыусылары менән балалар йыйылды бында. Араларында башланғыс синыфтар уҡыусылары ла, колледж студенттары ла бар ине. Уларҙың бөтәһен дә дөрөҫ туҡланыуға, тәмле ризыҡты үҙ ҡулдары менән үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу берләштерә.

Йәш тикшеренеүселәрҙе ҡотларға оло ҡунаҡтар – Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, Өфөнөң Дим, Ленин район хакимиәттәре вәкилдәре, шулай уҡ Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева һәм "Үҫенте" фән, инновациялар һәм ижад үҙәге директоры Людмила Погорелец – килде.

Ҡунаҡтар уҡыусыларҙың балаларға хас булмаған шөғөлгә — илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә һәм халыҡты һауыҡтырыуға етди ҡарауына һоҡланды. Күмәкләп тотонғанда был глобаль мәсьәләне ысынлап та хәл итеп була: баҫыу һәм йылытма культураларын химик эшкәртеүҙән баш тартып, биологик агротехнологиялар ҡулланыуҙы нормаға әйләндереү мөһим.

Быйыл жюри 49 ғилми-тикшеренеү эшен ҡараны һәм 16 номинацияла 22 еңеүсене билдәләне. Биологик-агрономик тәжрибәләрҙе үтәүгә, уларҙы тасуирлауға, тикшеренеү кимәленә юғары талаптар конкурсҡа бирелгән ғаризалар даирәһен сикләй. Әммә был ғәҙел шарт.

2025 йылда ҡатнашыусыларҙың географияһы ҙур: Башҡортостандың 22 районы һәм 3 ҡалаһы.

Быйыл 1 апрелдән 30 ноябргә тиклем уҡыусылар "БашИнком" биопрепараттары менән йәшелсә, тәмләткес үләндәр үҫтереү буйынса тәжрибәләр үткәрҙе. Улар микро- һәм макроэлементтарҙың уңышы һәм миҡдары буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Витаминдар, минералдар һәм биологик актив матдәләр миҡдары буйынса ысынлап та файҙалы Аҙыҡ +800% үҫтерелде!

 

Сығанаҡ: "БашИнком".

Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды
Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды
Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды
Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды
Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды
Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды
Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды
Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды
Йәш тикшеренеүселәр эшенә йомғаҡ яһалды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас