

Үткән аҙнала Магнитогорск ҡалаһында милли Ҡарһылыуҙар конкурсы үтте.
Унда беҙҙең мәктәптең 6-сы синыф уҡыусыһы Фәйзуллина Дания, башҡорт Ҡарһылыуы образында ҡатнашып, Маҡтау грамотаһы һәм Ҡыш бабайҙан бүләк алды.
Дания бик тырыш, һәләтле уҡыусы. Ул "5" билдәләренә генө уҡый, матур һүрәт төшөрә, бейей, йырлай, ҡул эштәренә оҫта.
Ҡарһылыу образын тыуҙырғанда күлдәк, маңлайса, түш биҙәүесте бергәләп эшләнек.
Рәхилә РӘХИМОВА.
Фотоларҙа: Дания – башҡорт Ҡарһылыуы; Дания уҡытыусыһы Рәхимова Рәхилә Ғәлибай ҡыҙы һәм әсәһе Фәйзуллина Әлфиә Вил ҡыҙы менән.