

Сибай ҡалаһының "Әкиәт" балалар баҡсаһы "Бәпембә" башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүселәре Яңы йыл байрамын үткәрҙе. Күңелле байрам уларҙың иҫендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын.
Ҡыш бабайҙың күстәнәстәре, Ҡарһылыуҙың ҡар бөртөктәре менән бейеүе, Ҡар малайҙың кескәй дуҫтары менән уйнауы бәләкәстәргә күтәренке кәйеф һәм байрамға йәм, ҡыуаныстар, шатлыҡтар, мөғжизә өҫтәне.
Исҡужина А. С.,
тәрбиәсе.