

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Өфө ҡалаһында йәшәгән 10 йәшлек Викторияның хыялын тормошҡа ашырҙы.
Виктория синтезатор тураһында хыялланған. Музыка яратҡан ҡыҙ бына әле синтезаторлы булды. Бүләкте Лилиә Ғүмәрова алып килгән. Виктория бик ҡыуанған. Шиғыр һөйләп ишеттергән.
Рәсәйҙә "Теләктәр шыршыһы" балаларҙың теләктәрен үтәүен дауам итә. Унда теләгән бер кеше ҡатнаша һәм ауыр тормош хәлендәге балаларға шатлыҡ бүләк итә ала.
Сығанаҡ: Башинформ.