Асы ауылының саңғы трассаһында "2025–2026 Спорт ҡышы" саңғы миҙгелен асыу байрам төҫөн алды. Саңғы ярыштарында Абҙан, Благовещенка, Максим Горький ауылдарынан уҡыусылар, Абҙан һәм Липовка ауыл биләмәләре халҡы ҡатнашты.
3-4-се синыф балаларынан алып оло йәштәгеләргә тиклем бик күптәр төрлө йәш төркөмөндә көс һынашты.
Асы трассаһын яҡшы итеп һалғандар, саңғылар, әйтерһең, үҙенән-үҙе алға елдерҙе.
Сара "Рәсәй спорты" дәүләт программаһы маҡсаттарына яуап бирә. Сәләмәт тормошҡа ынтылыш көсәйә, халыҡ физкультураға ылыға.
"Ҡыш башлана ғына, алда беҙҙе бик күп сағыу спорт ваҡиғалары көтә. Район халҡын һәм ҡунаҡтарын ғинуарҙа беҙҙең саңғы ярыштарына саҡырабыҙ – саф һауала булыу, һаулыҡты нығытыу һәм ысын спорт ҡышын тойоу өсөн бына тигән мөмкинлек", – ти Архангел районының йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Алевтина Тиунова.
Сығанаҡ: Архангел районы хакимиәте.