Көйөргәҙе районының Ҡобағошовтар исемендәге Ермолаев сәнғәт мәктәбендә "Һеҙгә бәхет теләйбеҙ!" тигән сара үткәргәндәр. Ул Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған.
Сәхнәлә сәнғәт мәктәбе уҡыусылары, шулай уҡ Ермолаев коррекция мәктәбе тәрбиәләнеүселәре, инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре оҫталығын күрһәткән.
"Ғаилә" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткән был сара традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға хеҙмәт итә.
"Был осрашыуҙа йәшәлгән һәр көндө баһалай белгән, тормош дәрте тулы, ысын мәғәнәһендә асыҡ йөрәкле кешеләр йыйылды. Улар арҡаһында сара йылылыҡ, ҡот-йәм, ысын ихласлыҡ кәйефе менән һуғарылды", – тине Көйөргәҙе район хакимиәте башлығы урынбаҫары Урал Ибраһимов.
Сығанаҡ: Көйөргәҙе район хакимиәте.