

Үткән аҙнала "Башҡортостан" дәүләт концерт залында Башҡортостан Башлығының шыршы байрамы үтте. Унда бөтә республиканан 1100 уҡыусы килде.
Яңы йыл тамашаһында уҡыу отличниктары, предмет олимпиадалары, спорт ярыштары, ижади конкурстар еңеүселәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, күп балалы мохтаж ғаиләләрҙең балалары, ата-әсәһеҙ ҡалғандар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашты.
Тылсымсы Ҡар бабайҙар, йыл билдәһе булған Ат, әкиәт геройҙары балаларҙы мөғжизәләр донъяһына әйҙәне.
Һәр балаға республика етәксеһенең бүләге тапшырылды. Сағыу байрам һәр кемгә оҡшаны.
В. Стаханов фотолары.