"Урал батыр" эпосын "Китап" нәшриәте менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты берлектә ҡырғыҙ телендә нәшер итте.
Ун йылдан ашыу элек Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһында бер-береһенең милли эпостарын тәржемә итеү тураһында килешеү төҙөлә.
"Урал батыр"ҙы Жалал-Абад дәүләт университеты профессоры Ибраһим Әбдувәлиев тәржемә итә. Эшкә тотонор алдынан профессор башҡорт телен өйрәнә. Тәржемә барышында ике төрки тел араһында бик күп уртаҡлыҡтар булыуын күрә.
Тәржемә менән таныштырыу 2025 йылдың майында Өфөлә үтә.
М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов билдәләүенсә, баҫма дөйөм төрки нигеҙле ике халыҡ араһындағы рухи бәйләнеште нығыта.
2017 йылда башҡорт теленә ҡырғыҙҙарҙың бөйөк "Манас" эпосы тәржемә ителә.
Сығанаҡ: Башинформ.