-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Ғинуар , 12:41

ҠАҘАҒСТАНДА БАШҠОРТ ЯҘЫУСЫҺЫ ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА КИНО ТӨШӨРӘЛӘР

Ҡаҙағстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ташлама мине, әсәй!» тигән әҫәре буйынса «Тастамашы, ана!» тигән тулы метражлы нәфис фильм төшөрөлә.

ҠАҘАҒСТАНДА БАШҠОРТ ЯҘЫУСЫҺЫ ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА КИНО ТӨШӨРӘЛӘР
ҠАҘАҒСТАНДА БАШҠОРТ ЯҘЫУСЫҺЫ ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА КИНО ТӨШӨРӘЛӘР

Фильм төшөрөүҙә 70-ләп кеше мәшғүл. Төп эштәр Алматы ҡалаһы эргәһендәге Текели тигән бәләкәй ҡаласыҡта бара. Төп ролдәрҙе мәктәп уҡыусылары, билдәле артистар уйнай.

Фильмдың режиссеры – Рабиға Абилпатта, сценарий авторы – Бекзат Мырзахмет, продюсерҙар – Жадыра Скабыл менән Дархан Балажанов, башҡарма продюсер – Жансерик Сапарбай.

– Мин был китап менән осраҡлы таныштым, баҡтиһәң, улым уны синыф менән бергә мәктәптә уҡыған икән. Уға әҫәр шул тиклем ныҡ тәьҫир иткән. Улымдың кәңәше буйынса мин дә был китапты уҡыным. Әҫәрҙең ниндәй ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын аңлап, мин фильм төшөрөү теләге менән янып киттем, — ти фильмдың продюсеры Жадыра Скабыл. Жадыра ханым – күп популяр ҡаҙаҡ фильмдары һәм сериалдарын төшөрөүҙә ҡатнашҡан кеше.

Фильмды киң прокатҡа 2026 йылда сығарырға йыйыналар.

Сығанаҡ: Башинформ.

ҠАҘАҒСТАНДА БАШҠОРТ ЯҘЫУСЫҺЫ ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА КИНО ТӨШӨРӘЛӘР
ҠАҘАҒСТАНДА БАШҠОРТ ЯҘЫУСЫҺЫ ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА КИНО ТӨШӨРӘЛӘР
ҠАҘАҒСТАНДА БАШҠОРТ ЯҘЫУСЫҺЫ ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА КИНО ТӨШӨРӘЛӘР
ҠАҘАҒСТАНДА БАШҠОРТ ЯҘЫУСЫҺЫ ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА КИНО ТӨШӨРӘЛӘР
ҠАҘАҒСТАНДА БАШҠОРТ ЯҘЫУСЫҺЫ ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА КИНО ТӨШӨРӘЛӘР
ҠАҘАҒСТАНДА БАШҠОРТ ЯҘЫУСЫҺЫ ӘҪӘРЕ БУЙЫНСА КИНО ТӨШӨРӘЛӘР
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас