Турахан дәүерендә кешеләр ни ҡиәфәттә булғанын белгегеҙ киләме? Башҡортостан археологтары, Турахан кәшәнәһе эргәһендә ҡаҙыныуҙар алып барғанда табылған баш һөйәктәрен ҡулланып, боронғо замандар кешеләренең ҡиәфәтен тергеҙгән.
Тикшеренеүҙәрҙе Н.Мәжитов исемендәге Башҡортостан археологик экспедицияһы үткәргән.
Һөйәктәр тарих һөйләй
Кәшәнә иртә мосолман некрополе булып тора. Уның эргәһенә ерләнгән кешеләргә үҙенсәлекле антропологик йөҙ-ҡиәфәт хас булған, ти Европа күсмә цивилизациялар музейы директоры Рәмил Насретдинов. Ул кешеләр урындағы күсмә халыҡтарҙан, бәлки, сейәлек мәҙәниәтенең ярымкүсмәләренән булғандыр.
Анализдар ентеклерәк үтһен өсөн Мәскәүҙән биология фәндәре докторы, антрополог Владимир Куфтеринды саҡырғандар.
8 ир-ат баш һөйәге тикшерелгән. Уларҙа европеоид һыҙаттары өҫтөнлөк иткән, шулай уҡ бер аҙ ғына монголоидлыҡ та ҡатнашҡандыр (бит һәм танау төҙөлөшө шуға ишаралай). Был кешеләр яҫы, оҙонса һәм эре баш һөйәкле, уртаса танаулы булған. Улар Һынташтамаҡ ҡәберлеге (яҡында урынлашҡан) күсмәләренә, шулай уҡ әлеге Татарстандың көнсығышынан сейәлек мәҙәниәте вәкилдәренә (ярымкүсмәләр) оҡшаш. Әммә Алтын Урҙа осоро Булғары тирәһе халҡына, һуңғы осор дим башҡорттарына оҡшашлыҡтары бик-бик әҙ.
Антрополог-реконструктор Алексей Нечвалода ике баш һөйәге буйынса график антропологик реконструкциялар эшләгән. Был һүрәттәрҙе нейроселтәр "терелткән".
Археологтар билдәләүенсә, һөҙөмтәләрҙе дөп-дөрөҫ тип раҫлау иртәрәк, өҫтәмә материалдар, палеогенетик тикшеренеүҙәр талап ителеүе ихтимал.
Экспедиция эше әүҙемләшә
Н. Мәжитов исемендәге Башҡортостан археологик экспедицияһын 2022 йылда Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге менән Евразия күсмә цивилизациялар музейы ойошторған.
Экспедицияның эшмәкәрлеге йылдан-йыл әүҙемләшә. 4-се ялан миҙгелендә Өфө Фән һәм технология университеты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары, ирекмәндәр, Р.Ғ.Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан.
Ҡор ҡарсығаларын өйрәтеү үҙәге булған
Рәмил Насретдинов 2025 йылда үткән тағы ике ҡыҙыҡлы тикшеренеү тураһында ла һөйләгән.
Өфө эргәһендәге Подымалов торамаһында тораманың үҙенең дә, күҙ күремендәге тораҡтарҙың да мәҙәни ҡатламы өйрәнелгән. Бында XIV быуатта йәшәгән халыҡтың хужалыҡ итеү үҙенсәлектәре асыҡланған. Мөһим асыш яһалған: Подымалов торамаһы ҡор ҡарсығаларын өйрәтеү үҙәге булған. Йыртҡыс ҡоштар һөйәктәренең, бәләкәс кенә металл ҡыңғырауҙарҙың күпләп табылыуы шуны раҫлай. Ҡыңғырауҙарҙы өйрәтелгән ҡоштарға таҡҡандар.
Боронғо бер ҡатындың тормошонан
Урал аръяғында Ишмөхәмәт-13 ҡурғанын ҡаҙғанда ҡатмарлы тарихлы ҡәберлек ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр асҡан.
Ҡурған иртә тимер быуатҡа ҡарай. Унда йәшәгән сағында бик ныҡ ауырыған ғәрип ҡатын һөлдәһе табылған. Ҡатындың бөтә умыртҡалыҡтары бер һөйәк булып тоташып үҫкән. Ул, бәлки, атлай ҙа алмағандыр, шуға туғандарына ныҡ бойондороҡло булғандыр. Шуға ҡарамаҫтан ул яу яраһы алған: йотҡолоҡ өҫтөндә уңалып өҫтөнә һөйәк үҫкән бронза уҡ башағы табылған. Һөлдә эргәһендә ҡыҫҡа тимер ҡылыс (беҙҙең эраға тиклем V – III быуаттарҙа хәрби статус күрһәткесе йә һаҡланыу сараһы) табылған, йәғни ҡатын, ныҡ зәғиф булһа ла, йәмғиәттең тулы ағзаһы булған. Уға ҡораллы бәрелеш эсендә лә ҡалырға тура килгән. Был ҡатын, бәлки, затлы жрецтарҙан йә яусылдар нәҫеленән булғандыр.
Табылдыҡҡа ҡарап, тикшеренеүселәр иртә дәүер күсмәләренең йәмғиәт ҡоролошо, уларҙың инаныуҙары тураһында мәғлүмәттәр алған. Боронғолар бик ауыр сирҙәр алдында ла бөгөлөп төшмәгән, йәмғиәттән ситләшмәгән, ҡорал алып, дошманға ҡаршы торған. Музей директоры әйтеүенсә, "археология – ул артефакттар ғына түгел, ер аҫтында меңдәрсә йылдарға ҡатып ҡалған шәхси тарихтар ҙа".
Эшмәкәрлекте киңәйтәсәктәр
Музей хеҙмәткәрҙәре яңы археология ҡомартҡыларын эҙләүҙе, элегерәк асылған эпонимик объекттарҙы өйрәнеүҙе дауам иткән. Тикшеренеүҙәр барышында биләмәләрҙе цифрлаштырыу ҙа үткәрелгән.
2026 йылға билдәләнгән пландарҙа Турахан кәшәнәһе буйынса ЮНЕСКО-ға номинацион досье туплау ҡарала. Шулай уҡ айырым ҡомартҡыларҙы һәм артефакттарҙы тикшереүҙән ландшафт методологияһы сиктәрендә киң тарихи-мәҙәни ландшафттарҙы өйрәнеүгә күсеү билдәләнгән.
Сығанаҡ: Башинформ.
Фотолар: Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.